Улар тел беҙҙәрен сәнсеп, Ағыуланды бөтә йәнем, Аға йәшем, яна бәғерем, Мөғәҙҙәп дәхи выжданым. Ҡасам, тормайым, китәм хәҙер Был яһилдәр араһынан; Йәнем һөймәй, тамам биҙҙем Был вәхшиҙәр ҡараһынан, Мине туйҙырҙы был тормош, Китәм бынан, китәм сәйран, Китә ҡалһам, минең арттан Монафиҡтар яһар байрам.